Рәсми бүлек
29 Август 2025, 01:30

Президент Хөкүмәт ағзалары менән осрашты

Ултырышта яңы уҡыу йылының башы һәм туристик миҙгелдең яҡынса йомғаҡтары тикшерелде. #ВладимирПутин

Президент Хөкүмәт ағзалары менән осраштыПрезидент Хөкүмәт ағзалары менән осрашты
Президент Хөкүмәт ағзалары менән осрашты

Рәсәй президенты Владимир Путин 27 августа РФ Хөкүмәте ағзалары менән кәңәшмә үткәрҙе, унда яңы уҡыу йылына әҙерлек көн тәртибенең беренсе мәсьәләһе булды. Мәғариф министры Сергей Кравцов мәғариф системаһының 2025/26 уҡыу йылы башына тулыһынса әҙер булыуы тураһында хәбәр итте.

"Мәктәпкәсә белем биреү системаһы яңы уҡыу йылына әҙер. Кисә Дмитрий Николаевич [Чернышенко] рәйеслегендә беҙ бөтә төбәктәр менән селектор үткәрҙек. Бөтә план саралары ваҡытында тамамланған. 1 сентябргә сик буйы төбәктәрендә һәм Рәсәй менән берләшкән төбәктәрҙә әҙерлеккә айырым иғтибар бүленә. Иң мөһиме-хәүефһеҙлек саралары. Парта артына бөтәһе 18 миллион самаһы уҡыусы ултыра, шуларҙың 1,5 миллионы-беренсе класс уҡыусылары, 43 яңы мәктәп асыла. Капиталь ремонттан һуң 670 мәктәп, 41 балалар баҡсаһы һәм 22 колледж эшләй башлаясаҡ", - тине Сергей Кравцов.

Алдағы уҡыу йылында балалар баҡсаларынан башлап тәрбиә биреү системаһын формалаштырыу дауам итәсәк. Бының өсөн 20 пилот төбәге һайланған. Психологтар, педагогтар менән бергә был практиканы артабан бөтә илгә таратыу өсөн бөтә алымдар ҙа эшләйәсәк.

Бынан тыш, уҡыусылар өсөн дәрестән тыш уҡыу буйынса исемлек патриотик йөкмәткеле әҫәрҙәр менән киңәйтелә, шулай уҡ кластан тыш һәм ғаиләлә ҡарау өсөн ватан фильмдары исемлеге раҫлана.

Рәсәй Мәғариф Министрлығы башлығы Шшулай уҡ төҙөлөш йәһәтенән Президент йөкләмәләрен үтәү буйынса графиктан күпкә алдараҡ булыуы хаҡында хәбәр итте

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас