Рәсми бүлек
9 Сентябрь 2025, 12:45

Путин «Дәүләт хеҙмәттәре» аша табипҡа яҙылыу ваҡытын арттырыуҙы өйрәнергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Дәүләт хеҙмәттәре» аша табипҡа һәм башҡа медицина хеҙмәттәренә яҙылыу ваҡытын арттырыу мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

Путин «Дәүләт хеҙмәттәре» аша табипҡа яҙылыу ваҡытын арттырыуҙы өйрәнергә ҡуштыПутин «Дәүләт хеҙмәттәре» аша табипҡа яҙылыу ваҡытын арттырыуҙы өйрәнергә ҡушты
Путин «Дәүләт хеҙмәттәре» аша табипҡа яҙылыу ваҡытын арттырыуҙы өйрәнергә ҡушты

Бының турала Кремлдең матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән РБК хәбәр итә.

Һүҙ «Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы» федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын файҙаланып рәсмиләштерелгән табиптан ҡабул итеү, диагностика һәм дауалау процедуралары хаҡында бара.

Был мәсьәлә буйынса доклад 2026 йылдың 20 ноябренә тиклем әҙерләнергә тейеш. Премьер-министр Михаил Мишустин яуаплы итеп тәғәйенләнгән.

Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите сайты.
Автор:
Читайте нас