Рәсми бүлек
26 Сентябрь 2025, 01:00

Ил Башлығы Запорожье өлкәһе губернаторы менән осрашты

Владимир Путин Запорожье өлкәһе губернаторы Евгений Балицкий менән эшлекле осрашыу үткәрҙе. #ВладимирПутин

 Төбәк башлығы Президентҡа халыҡҡа медиицина хеҙмәте күрәһәтеү, төбәктә мәғариф системаһын үҫтереү, ауыл хужалығында, юл төҙөлөшөндә хәлдәр, социаль программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында хәбәр итте.

Махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мсәьәләһе лә тикшерелде, яугирҙәргә төбәк ярҙам үҙәге асылды, уларға ер участкалары бүленә.

Президент ҡушыуы буйынса, өлкә балалар дауаханаһы төҙөлөшө тамамлана. Кадрҙар етешмәү проблемаһын хәл итеү өсөн «Ауыл табибы»программаһы эшләй. Быйыл ғына уның буйынса төбәккә 60-тан ашыу белгес килгән. Хәүефһеҙлеккә айырыуса иғтибар-ике тиҫтә бронемашина һатып алынған.

Бынан тыш, Балицкий хәбәр итеүенсә, 1 сентябргә ике мәктәп һәм ике балалар баҡсаһы, ауыл хужалығы университеты ремонтланған.

ФОТО : ria.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас