

Владимир Путин хәрби госпиталдә яраланыуҙан һуң дауаланған яугирҙәрҙең хәлен белеште.
Президент яугирҙәргә Харьков өлкәһенең стратегик мөһим ҡалалары – Купянск һәм Красноармейскиҙағы хәлдәр тураһында һөйләне. Украин ахәрбиҙәре унда ҡамауҙа ҡалған. Шулай уҡ Путин Рәсәйҙең яңы ҡоралын һынау тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, кисә генә ядро энергетикаһы ҡоролмаһы менән «Посейдон» һыу аҫты аппараты һыналған.
Президент яралы яугирҙарға даими килә. Был юлы ул Мандрик исемендәге үҙәк хәрби клиник госпиталгә ике икона алып килде. Уларҙың яҙмышы үҙенсәлекле — октябрь башында президент уларҙы тыуған көнөнә 127-се айырым бригада разведчиктарынан ала, әммә бөгөн, моғайын, был бүләкте ваҡытлыса кире үҙҙәренә күптән түгел яраланып, һаулыҡтарын тергеҙеүселәргә алып килгәндер. Уларға хәҙер рухты нығытыу өсөн иконалар нығыраҡ кәрәк.
ФОТО: russian.rt.com