Рәсми бүлек
7 Ноябрь 2025, 01:05

В. Путинға башҡорт ҡурайы тураһында һөйләнеләр

В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова РФ Президенты ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында Владимир Путинға фольклориада һәм башҡорт ҡурайы тураһында һөйләне. #ВладимирПутин

В. Путинға башҡорт ҡурайы тураһында һөйләнеләрВ. Путинға башҡорт ҡурайы тураһында һөйләнеләр
В. Путинға башҡорт ҡурайы тураһында һөйләнеләр

Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы ике йылға бер тапҡыр илдең милли традицияларын һаҡлаған бөтә төбәктәренән 1000-дән ашыу баланы йыя.

Шулай уҡ ул матди булмаған мираҫ реестрына 31 объект индерелеүе хаҡында һөйләне: был башҡорт музыка ҡоралы ҡурай, тываның хаамэй йырлауы, дағстандың уникаль келәм туҡыу оҫталығы, казак-некрасовсылар йырҙары, Алыҫ Көнсығышта йәшәгән аҙ һанлы негидаль халҡының ғәмәли ижады. Йыл аҙағына объекттар өс тапҡырға күберәк буласаҡ, һәм каталог Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәниәттәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ байлыҡтары менән тулыланасаҡ. Рәсәйҙә 194 милләт йәшәй, һәм һәр береһе үҙенсәлекле халыҡ традицияларына эйә: тап уларҙа, ошо традицияларҙа, бөгөн кәрәкле рухи-әхлаҡи ҡиммәттәр ята, – тине Тамара Валентиновна. –– Һәм беҙ һаҡларға ғына түгел, ә, иң мөһиме, йәш быуынға тапшырырға тейешбеҙ, беҙҙең үҙенсәлекле, Рәсәй характерының төп сифаттарын тәрбиәләйбеҙ: гуманизм, изге күңеллелек һәм патриотизм. Беҙ быны эшләйәсәкбеҙ, Владимир Владимирович.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас