Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
20 Ноябрь 2025, 09:05

Ҡытай граждандары өсөн Рәсәйгә визаһыҙ режим

Яҡын арала Рәсәйгә килеүсе Ҡытай граждандары өсөн визаһыҙ режим индереләсәк. #ВладимирПутин

Ҡытай граждандары өсөн Рәсәйгә визаһыҙ режим
Ҡытай граждандары өсөн Рәсәйгә визаһыҙ режим

 Был хаҡта ил Башлығы  Владимир Путин Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағззалары булған дәүләттәрҙең хөкүмәт башлыҡтары советы ултырышында ҡатнашыусы делегациялар башлыҡтары менән осрашыу ваҡытында белдерҙе.

"Тиҙҙән  Рәсәйгә килеүсе Ҡытай Халыҡ Республикаһы граждандары өсөн визаһыҙ үтеп инеү саралары үҙ көсөнә индереләсәк", - тине ул.

Президенттың матбуғат секретаре Дмитрий Песков, шулай уҡ сроктар тураһындағы һорауға яуап биреп, визаһыҙ режим «бик тиҙ» индереләсәк, тип белдерҙе.

Фото: rutube.ru

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас