Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Ноябрь 2025, 14:40

Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде

Тейешле документҡа ил башлығы ҡул ҡуйҙы.

Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде
Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы байрам – Рәсәй фельдъегер элемтәһе көнөн булдырыу тураһында указға ҡул ҡуйған.  «Башинформ» хәбәр итеүенсә, уны 17 декабрҙә билдәләйҙәр.

Дата тарихи традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү, федераль фельдъегер элемтәһе органдарында хеҙмәт итеүҙең абруйын күтәреү өсөн булдырылған.

Фельдъегер элемтәһе – мөһим һәм йәшерен документтар тапшырыу өсөн айырым элемтә системаһы, уны махсус хәрби хеҙмәткәрҙәр йәки хөкүмәт курьерҙары тормошҡа ашыра. Рәсәйҙә был функцияны Дәүләт фельдъегер хеҙмәте башҡара.

 

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-11-26/v-rossii-poyavilsya-novyy-prazdnik-4482064

Автор:
Читайте нас