Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
28 Ноябрь 2025, 10:55

Минималь эш хаҡы күләме раҫланды

Федерация Советы 2026 йылға минималь эш хаҡы күләмен раҫланы. Бынан алдараҡ Дәүләт Думаһы уны 27 093 һумға тиклем арттырҙы. #ВладимирПутин

Минималь эш хаҡы күләме раҫланды
Минималь эш хаҡы күләме раҫланды

Федерация Советы 2026 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләмен 27 093 һум кимәлендә билдәләү тураһында законды хупланы.

Башҡортостанда иһә Урал коэффициенты менән бергә минималь хеҙмәт хаҡы 31 156 һум 95 тин тәшкил итәсәк (НДФЛ тотолғансы). Шулай итеп, республикала минималь эш хаҡы 21% арта (2025 йылда — 25 806 һум).

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас