Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
5 Декабрь 2025, 05:45

«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары»

19 декабрҙә Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә «Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары» программаһы эфирға сыға. #ВладимирПутин

«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары»
«Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары»

Һәр ваҡыттағыса дәүләт башлығы Владимир Путин тура эфирҙа уҙып барған йылға йомғаҡ яһай, журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына яуап бирә.

Һәр кем moskva-putinu.ru (москва-путину.рф) программаһы сайтында, 0–40–40 номерына һәм 8–800–200–40–40 телефоны буйынса СМС йәки ММС-хәбәр ярҙамында һорау бирергә мөмкин. Һорауҙар махсус мобиль ҡушымта аша ла ҡабул ителә (был хаҡта тулыраҡ программаның сайтында белергә була).

Рәсәй Президентына текст һәм видеоһорауҙарҙы «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәре аша ебәрергә мөмкин. Программаның рәсми төркөмдәре – vk.com/moskvaputinu һәм ok.ru/moskvaputinu. Бынан тыш, MAX мессенджерында чат-бот менән файҙаланыу мөмкинлеге бар – max.ru/moskvaputinu.

Һорауҙар 4 декабрҙә Мәскәү ваҡыты менән көндөҙгө 3-тән алып 19 декабрҙә программа тамамланғансы ҡабул ителә.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас