Рәсми бүлек
9 Декабрь 2025, 11:50

Путин Рәсәй Геройҙарын "Алтын йондоҙ" менән наградланы

Бөгөн, 9 декабрь, Ватан Герогйҙары көнө.

Путин Рәсәй Геройҙарын "Алтын йондоҙ" менән наградланыПутин Рәсәй Геройҙарын "Алтын йондоҙ" менән наградланы
Путин Рәсәй Геройҙарын "Алтын йондоҙ" менән наградланы

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ватан Геройҙары көнөндә Кремлдә Рәсәй Геройҙарына , шул иҫәптән МХО биләмәһендә батырлыҡ күрһәткән хәрбиҙәргә "Алтын Йондоҙ" миҙалдарын тапшыра. Тантана Кремль һарайының Георгий залында бара, ул 9 декабрҙә йыл һайын билдәләнгән Ватан Геройҙары көнөнә арналған. Бүләкләнеүселәр араһында махсус хәрби операция геройҙары, шул иҫәптән сержант Виталий Кондратов, Көньяҡ хәрби округы 3 дөйөм ғәскәрҙәре бригадаһының 7-се айырым мотоуҡсылар бригадаһы батальоны уҡсыһы. Рәсәй Геройы йондоҙо менән шулай уҡ генерал-майор Александр Майданкин, подполковниктар Денис Бухановский һәм Павел Ендовицкий, майор Евгений Савинов, капитан Сергей Терзиян наградланды. Бөтә хәрбиҙәр ҙә МХО биләмәһендә күрһәткән ҡаһарманлыҡ өлгөһө менән айырылып тора.

Автор:Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас