Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
26 Декабрь 2025, 11:10

Спорт стипендиялары алыусылар арта

Владимир Путин спортта юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән йәки уларға өлгәшеүгә булышлыҡ иткән граждандарға Рәсәй президенты стипендияһын алыу хоҡуғына эйә булғандар исемлегенә үҙгәрештәр индереү тураһында указға ҡул ҡуйған. #ВладимирПутин

Спорт стипендиялары алыусылар арта
Спорт стипендиялары алыусылар арта

Документҡа ярашлы, илебеҙ йыйылма командаһының беренсе урын алған спортсыларына йыл дауамында 59 280 һум, икенсе урын өсөн — 57 200 һум, өсөнсө урын өсөн 55 120 һум түләнә.

Чемпиондар әҙерләгән йыйылма команда тренерҙары – 26 000 һумдан 62 400 һумғаса, белгестәр иһә 26 000 һумдан 55 120 һумғаса аҡса алырға хоҡуҡлы.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас