Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
30 Ғинуар , 10:50

Төп йүнәлештәр билдәле

Әлеге мәлдә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында республика Башлығы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайына йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай.

Төп йүнәлештәр билдәле
Төп йүнәлештәр билдәле

Сараға республика парламентының бөтә депутаттары, Хөкүмәт ағзалары, ҡала һәм район башлыҡтары, йәмәғәтселәр, үҙҙәрен күрһәткән мәҙәниәт һәм спорт эшмәкәрҙәре, ҙур баҫмаларҙың баш мөхәррирҙәре, махсус хәрби операция яугирҙәре, ветерандары һәм уларҙың ғаилә ағзалары, күп балалы ғаиләләр килгән. Алдан көтөлгәнсә, быйылғы Мөрәжәғәтнамәнең төп темаһы - махсус хәрби операция, яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү. Радий Фәрит улы иң тәүҙә "Быйылғы йылға төп бурысты өс һүҙ менән билдәләй алам – Барыһы ла еңеү өсөн!" тип башланы.

-Беҙҙең дошман – Украинаның туғандаш халҡы түгел. Беҙҙең дошман – киренән баш ҡалҡытҡан неонацизм. Тиҫтәләрсә йылдар буйына Рәсәйҙе көсһөҙләндереү, бүлгеләү һәм юҡ итеү маҡсатын ҡуйып, коллектив Көнбайыш уны оятһыҙ рәүештә үҫтерә. Ул беҙгә яҡын булған илде беҙгә ҡаршы йүнәлтелгән ҡапҡанға әйләндерҙе. Ә украин халҡы – ҡаты нацист ҡәбәхәттәренең тотҡононда – тине Радий Хәбиров. - Бөгөн беҙҙең өсөн, Башҡортостан һәм ил халҡы өсөн, иң төп кешеләр – ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. Ә беҙҙең барыбыҙ өсөн дә иң мөһим бурыс – МХО-ға ярҙам итеү.

Фото: "Башинформ".  

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас