Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
13 Февраль , 05:05

Ил Президенты Сергей Меняйло менән осрашты

Төньяҡ Осетия-Алания Республикаһы башлығы Сергей Меняло Владимир Путинға төбәктең социаль – иҡтисади үҫеше, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү, Төньяҡ Осетиялағы эшһеҙлек тураһында хәбәр итте. #ВладимирПутин

Ил Президенты Сергей Меняйло менән осрашты
Ил Президенты Сергей Меняйло менән осрашты

Меняйло һүҙҙәренсә, проблеманы "Төньяҡ — Көньяҡ" транспорт коридорында логистик үҙәк булдырыу мәсьәләне хәл итергә тейеш: был 8,5 мең эш урыны бирер, ә уртаса эш хаҡы 70-100 мең һум булыр, тип көтөлә. Шулай уҡ быйыл сүс етештереү буйынса завод төҙөлә башлаясаҡ, уның етештереүсәнлеге йылына 45 мең тонна тәшкил итергә тейеш.

"Төҙөлөш техникумы базаһында төҙөлөш һөнәрҙәре белгестәрен әҙерләү буйынса эш башланыҡ та инде", — тип өҫтәне республика башлығы. "Утыҙ ике кеше һайлап алынды, улар май айында сығарыла, уларҙың күбеһе уҡыған ваҡытта эшкә урынлаштырылған", — тип һөйләне Меняйло. Программаны икенсе этапҡа оҙайталар.

Уның һүҙҙәренсә, “Геройҙар дәүере” аналогы булған “Осетия батырлығы” махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү программаһы ла үҙ емештәрен бирә.

 Бынан тыш, "Авангард" хәрби-патриотик тәрбиә үҙәге штаты иҫәбенә махсус операцияла ҡатнашыусыларҙы мәктәп директорҙарының хәрби-патриотик тәрбиә буйынса кәңәшселәре итеп тәғәйенләйҙәр.

Һөйләшеүҙең тағы бер мөһим темаһы булып президенттың Беслан буйынса йөкләмәләрен үтәү торҙо. Мәҫәлән, 49 сара үткәрелгән, шуларҙың 46-һы-былтыр, ә сентябрь башында интерактив музейҙың беренсе сираты асылған. Бынан тыш, республика башлығы "Беслан әсәһе" теракт ҡорбандары ассоциацияһы эшмәкәрлеген федераль кимәлгә күсереүҙе һораны.

2026 йылда Сергей Меняйлоның вәкәләтлек срогы тамамлана. Берҙәм тауыш биреү көнөндә сентябрҙә урындағы парламентта республика етәксеһен тәғәйенләү буйынса тауыш биреү үтәсәк.

Автор: Рамиля Истанбаева
Читайте нас