Владимир Путин дөйөм юрисдикция судтары, арбитраж һәм хәрби судтар кәңәшмәһендә ғәҙеллек системаһында кадрҙар мәсьәләләрен хәл итергә, шулай уҡ уның рәсәйҙәр өсөн асыҡ ьулыуы өҫтөндә эшләргә ҡушты.
"Беҙҙә дөйөм юрисдикциялы федераль судтарҙа һәм арбитраж судтарында яҡынса 15 процент судьялар етешмәүе күҙәтелә", — тине ул. Шуға күрә Юғары суд кандидаттарға юғары стандарттар планкаһын һаҡларға тейеш. Шул уҡ ваҡытта юғары суд инстанцияһы практикалағы үҙгәрештәргә ваҡытында тәьҫир итергә тейеш. Ә ҡарарҙарҙың үтәлешен контролдә тотоу өсөн Путин мониторинг системаһын булдырырға тәҡдим итә, өҫтәүенә уларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырыуҙың һәр осрағын айырым ҡарарға ҡуша.
"Былтыр тәүге тапҡыр ҡаралған беренсе инстанция эштәренең 20 процентҡа тиерлек кәмеүе теркәлде, өҫтәүенә бөтә категория эштәренә лә тиерлек", тип билдәләне Рәсәй президенты.
ФОТО: ria.ru