Бөтә яңылыҡтар
Рәсми бүлек
3 Март , 18:05

Владимир Путин балалар баҡсалары һәм яслилар эшен оҙайтырға ҡушты

Владимир Путин әсәләр иртәрәк эшкә сыға алһын һәм балалар баҡсаһына бала алырға һуңламаһын өсөн балалар баҡсаларының эшен оҙайтырға ҡушты. Ғаиләләрҙә әсәйҙе алмаштырырға бер кем дә юҡ. Ә оҙайлы декрет, ҡайһы бер әсәләр әйтеүенсә, уларҙың файҙаһына эшләмәй.

Владимир Путин балалар баҡсалары һәм яслилар эшен оҙайтырға ҡушты
Владимир Путин балалар баҡсалары һәм яслилар эшен оҙайтырға ҡушты

Күпселек компанияларҙа һәм дәүләт учреждениеларында эш көнө 18-19 сәғәттәрҙә тамамланыу сәбәпле, балалар баҡсаларының эшен 20:00-гә тиклем оҙайтыу идеяһы тәҡдим ителде. Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн һәр балалар баҡсаһында төркөмдәрҙең эш режимы ата-әсәләрҙең талаптарына ярашлы яраҡлаштырылыуы мөмкин. Әммә барлыҡ балаларҙың 92 проценты тиерлек тулы көн төркөмдәренә йөрөй, улар, ҡағиҙә булараҡ, иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 7-гә тиклем эшләй. Шулай уҡ718  оҙайтылған көн (13-14 сәғәт) төркөмө һәм хатта тәүлек әйләнәһенә йәшәүсе 1131 төркөм эшләй. Улар Тула, Волгоград, Мәскәү һәм Кемерово өлкәләрендә, Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта һәм башҡа төбәктәрҙә ыңғай эш һөҙөмтәһен күрһәтте.

Автор: Гөлнара Күсәрбаева
Читайте нас