Осрашыуҙа компанияның үткән йылдағы эш йомғаҡтары һәм уның ағымдағы эшмәкәрлеге тикшерелде. Греф хәбәр итеүенсә, 2025 йылда Һаҡлыҡ Банкы саф табыш буйынса рекордты яңыртҡан - 1 триллион 706 миллиард һум алынған. Был сумманың 50 процентын дивидендтар рәүешендә түләү планлаштырыла — 853 миллиард һум.
Греф банктың сығымдарына килемдәр нисбәте 30 процент тәшкил итеүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, был донъя баҙарында иң яҡшы һөҙөмтәләрҙең береһе булып тора. Ул шулай уҡ, был сығымдарҙы һәм эш процестарын оптималләштереү һөҙөмтәһендә, атап әйткәндә, яһалма интеллект индереү ярҙамында тормошҡа ашырыла, тип билдәләне.
Греф 2026 йылда банктың былтырғы килем кимәленән артыуына ышаныс белдерә.