Рәсми бүлек
27 Марта , 01:55

В. Путин Президент премияларын тапшырҙы

Кремлдең Екатерина залында 2025 йыл өсөн йәш мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн булдырылған Президент премияһын һәм балалар һәм үҫмерҙәр өсөн әҫәрҙәр һәм проекттар өсөн Президент премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. #ВладимирПутин

В. Путин Президент премияларын тапшырҙыВ. Путин Президент премияларын тапшырҙы
В. Путин Президент премияларын тапшырҙы

Рәсәй Президенты Владимир Путин йәш мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн президент премияһын тапшырыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙың барыһын да һөнәри байрамдары – Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән ҡотланы.

"Йәмғиәтебеҙ, граждандарыбыҙ, дәүләтебеҙ өсөн мөһим булған был өлкәлә эшләүселәрҙең барыһын да байрам менән ҡотлайым. Һеҙгә уңыштар, илһам һәм яңы әһәмиәтле ҡаҙаныштар теләйем", - тине Путин тантанала һәм Президент премияларына лайыҡ булғандарға премияларҙы тапшырып үтте.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас