Рәсми бүлек
3 Апреля , 01:50

Президент Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары менән осрашты

Владимир Путин Рәсәй үҙәк һайлау комиссияһының яңы составы менән осрашты. #ВладимирПутин

Президент Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаалры менән осраштыПрезидент Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаалры менән осрашты
Президент Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаалры менән осрашты

Үҙәк һайлау комиссияһының яңы ағзалары менән осрашыуҙа Владимир Путин, хәҙер комиссия составында хәрби тәжрибәгә эйә Анатолий Сысоев эшләүен белдерҙе. Президент, геройҙың Дәүләт думаһы һәм башҡа кимәлдәге һайлауҙарға ҡатнашырға теләгән махсус хәрби операция яугирҙәренә нисек ярҙам итергә кәрәклеген әйтер, тигән ышаныс белдерҙе.  

 Анатолий Сысоев, үҙ  сиратында, һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙа МХО ветерандарына ярҙам итергә вәғәҙә бирҙе.

Үҙәк Һайлау Комиссияһының яңы составтағы тәүге ултырышы дүшәмбе үтте. Йәшерен тауыш биреү юлы менән киләһе биш йылға рәйес итеп Элла Памфилова яңынан һайланды. Уның урынбаҫары итеп Николай Булаев тәғәйенләнде, ә секретарь вазифаһы ҡайтанан Наталья Бударинаға йөкмәтелде.

Үҙәк һайлау комиссияһындағы ултырыштан һуң, президент Э. Памфилова менән айырым осрашыу үткәрҙе. Элла Александровна Владимир Путинға 2024 йылда дәүләт башлығын һайлау тураһындағы протокол күсермәһен бүләк итте.

ФОТО: ria.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас