Рәсми бүлек
3 Апреля , 05:55

Радий Хәбировҡа Президенттың Рәхмәт хаты тапшырылды

Республика етәксеһе был юғары наградаға Рәсәй Федерацияһында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүгә ҙур өлөш индергән өсөн лайыҡ булды. #ВладимирПутин

Радий Хәбировҡа Президенттың Рәхмәт хаты тапшырылдыРадий Хәбировҡа Президенттың Рәхмәт хаты тапшырылды
Радий Хәбировҡа Президенттың Рәхмәт хаты тапшырылды

Радий Хәбировҡа Рәхмәт хатын Владимир Путиндың Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров тапшырҙы.

2018 йылдан Башҡортостан йыл һайын торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә Рәсәй лидерҙары иҫәбендә. «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса 2019-2024 йылдарҙа республикала 17,5 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән, 2024 йылда иһә рекордлы 3,348 миллион квадрат метр.

2025 йылда «Йәшәү өсөн инфраструктура» яңы милли проекты буйынса республикала шулай уҡ 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас