Рәсми бүлек
10 Апреля , 03:30

Дағстанда ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмә

Владимир Путин видеоконференция режимында Дағстан Республикаһында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе.  Унда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлыҡтары, шулай уҡ Дағстан етәксеһе ҡатнашты. #ВладимирПутин

Дағстанда ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмәДағстанда ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмә
Дағстанда ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса кәңәшмә

Дағстанда төбәк характерындағы ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде һәм статус федераль кимәлгә күтәреләсәк, тип белдерҙе Владимир Путинға ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығы Александр Куренков.

Афәт зонаһында 1,5 миллион кеше йәшәй. Бөгөн һәләк булыусылар һаны алтыға еткән, ҡорбандар араһында өс бала бар. Ике меңдән ашыу торлаҡ йорт һәм 180 юл участкаһы һыу аҫтында ҡала, электр менән тәьмин итеү өҙөлә. Владимир Путин бөтә кимәлдәге властарҙан халыҡҡа тейешле ярҙам күрһәтеүҙе, санитар хәлде айырым контролдә тотоуҙы талап итте. Дәүләт башлығы һүҙҙәренсә, эҙемтәләрҙе бөтөрөү өсөн көстәр етерлек.

“Федераль, төбәк һәм урындағы властар зыян күреүселәргә тейешле ярҙам күрһәтергә тейеш. Кешеләргә ярҙам итергә, уларға әлеге хәл тураһында даими хәбәр итергә, ялыуҙарҙы һәм мөрәжәғәттәрҙе иҫәпкә алырға һәм оператив рәүештә яуап бирергә, мохтаждарға ваҡытында медицина һәм хоҡуҡи ярҙам күрһәтергә кәрәк. Һәм, әлбиттә, афәт райондарында эпидемиологик, санитар хәлде контролдә тотоу бурысы ҡуйыл”, тине В.Путин.  Шулай уҡ кәңәшмәлә президент Дағстанда һыу баҫыу эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса махсус хөкүмәт комиссияһы булдырыу тураһында белдерҙе. Уны Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәксеһе Александр Куренков етәкләй.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас