Рәсми бүлек
17 Апреля , 01:50

Рөстәм Нәбиев яңы вазифала

Параспортсы, блогер һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү буйынса совет ағзаһы Рөстәм Нәбиев Рәсәйҙең Йәмәғәт ойошмаһы палатаһы составына индерелде. #ВладимирПутин

Рөстәм Нәбиев яңы вазифалаРөстәм Нәбиев яңы вазифала
Рөстәм Нәбиев яңы вазифала

Шулай уҡ, Рәсәйҙең Йәмәғәт ойошмаһы палатаһына йырсы Диана Гурцкая, яҙыусылар Армен Гаспарян һәм Сергей Лукьяненко, скрипкасы Петр Лундстрем, ГИТИС ректоры Григорий Заславский, генеральный директор урынбаҫары, ВГТРК төбәк департаменты рәйесе Рифат Сабитов, «Вести» яңылыҡтар программаһын алып барыусы Мария Ситтель һәм башҡалар индерелгән.

Указ уға ҡул ҡуйылған көндән көсөнә инә.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас