Рәсми бүлек
23 Апреля , 01:15

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар!

20-22 апрелдә Мәскәүҙә «БӘЛӘКӘЙ ВАТАН – РӘСӘЙ КӨСӨ» III Бөтә Рәсәй муниципаль форумы үтте. #ВладимирПутин

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар!Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар!
Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар!

Был форум Президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса индерелгән бөтә ил муниципалитеттары етәкселәре өсөн төп стратегик майҙансыҡ һәм ул иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашыу өсөн муниципалитеттарҙы берләштерә. Көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшереү һәм илде үҫтереү стратегияларын әҙерләү өсөн урындағы үҙидара лидерҙарын, бизнес вәкилдәрен, йәмәғәт ойошмаларын һәм эксперттарҙы берләштергән форум баш ҡалаға урындағы үҙидара көнөн байрам итеү сиктәрендә килгән урындағы үҙидара вәкилдәренә биләмәләрҙе үҫтерергә һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртырға булышлыҡ иткән дөйөм ҡарарҙар эҙләп табыуҙа ярҙам итә.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Президент хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко сәләмләне.

— Һеҙ һәр ваҡыт һәр кешенең тормошонда булған проблемалар, бәлә-ҡазалар, мөрәжәғәттәр менән туранан-тура эшләйһегеҙ. Муниципаль хеҙмәттә уңышлы эшләү өсөн юғары профессионализм ғына түгел, изге күңел һәм ярҙамсыл йән һәм аҙнаһына ете көн 24-әр сәғәт эшләргә әҙерлек тә кәрәк. Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, — тине Сергей Кириенко.

Форум сиктәрендә Владимир Путин Дүртөйлө районы башлығы Риф  Йосоповҡа Рәхмәт белдерҙе, Сибай хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғоловаға РФ муниципаль хеҙмәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре тигән маҡтаулы исем менән бүләкләне. Наградаларҙы Рәсәй Президенты хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы.

  Әйткәндәй, форум эшендә район хакимиәте башлығы Айрат Әминев етәкселегендә Әбйәлил делегацияһы ла ҡатнашты. Делегация составында форумға Асҡар, Таштимер, Йәнгел, Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәттәре башлыҡтары Тимур Кирәйев, Земфир Арғынбаев, Рөстәм Ҡадиров, Наталья Сатина барҙы.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас