Рәсми бүлек
8 Май , 01:40

Тамбов өлкәһе мәсьәләләре тикшерелде

Владимир Путин Тамбов өлкәһе башлығы Евгений Первышов менән эш осрашыуы үткәрҙе. #ВладимирПутин

Тамбов өлкәһе мәсьәләләре тикшерелдеТамбов өлкәһе мәсьәләләре тикшерелде
Тамбов өлкәһе мәсьәләләре тикшерелде

Төбәк етәксеһе Президентҡа махсус хәрби операцияға ярҙам, 2025 йылда агросәнәғәт комплексы эшенең һөҙөмтәләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын үҫтереү, шулай уҡ өлкәлә ирекле иҡтисади зона булдырыу пландары хаҡында һөйләне. Евгений Первышов СВО ветераны булған төбәктең беренсе етәксеһе. Дәүләт Думаһы депутаты булараҡ, 2022 йылдың көҙөндә контракт буйынса хеҙмәт итергә китә. Рядовойҙан отряд командирына тиклем юл үтә.

Е. Первышов “Геройҙар дәүере” президент кадрҙар программаһының беренсе ағымында ҡатнашыусы. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән. 2024 йылдың ноябрендә президент уны Тамбов өлкәһе башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләй, ә 2025 йылдың сентябрендә ул ошо төбәк башлығы итеп һайлана. Төбәк башлығы үҙенең докладын хеҙмәттәштәре, өйҙәренә ҡайтҡан ветерандар менән эшләү хаҡында һөйләүҙән башланы. Атап әйткәндә, "Тамбов өлкәһе геройҙары" программаһы тураһында әйтеп, "Күп кенә яугрҙәр хәҙер үҙҙәрен тормошта таба: йә ғәҙәти эш урындарына ҡайта, йә билдәле имтихандар, тестар үткәндән һуң дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткә килә", - тип хәбәр итте ул. “Һеҙ улар менән бәйләнештәһегеҙме?”- тип асыҡлыҡ индерҙе Путин. Е. Первышов “Даими бәйләнештәбеҙ һәм уларҙан ҙур ярҙам алам", - тип өҫтәне. Айына бер тапҡыр Тамбов өлкәһе башлығы ветерандарҙы йәки уларҙың ғаилә ағзаларын ҡабул итә.

Ауыл хужалығына килгәндә, 2025 йылда Тамбов өлкәһе аграрийҙары рекордлы -5,8 миллион тонна иген йыйған, ә быға тиклем был күрһәткес 3,6 миллион тоннанан артмаған

Артабан-аграрийҙарҙың уңыштары тураһында һөйләне төбәк етәксеһе. Первышов әйтеүенсә, 5,8 миллион тонна иген йыйып алынған, ә элек 3 миллион 600 мең тоннанан артмаған. "Кукуруз буйынса беренсе урынды алдыҡ", - тип хәбәр итте ул. Өлкә ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы арттыра һәм эшкәртеүгә баҫым яһай. "Бөгөнгө көндә илебеҙҙә он буйынса икенсе урынды биләйбеҙ", - тип хәбәр итте төбәк башлығы. Ул шулай уҡ сәнәғәт секторын үҫтереү бурысы ҡуйылыуын әйтте.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас