Рәсми бүлек
4 Июня , 07:40

Президент журналистар менән осрашты

Ҡаҙағстанға эш сәфәре йомғаҡтары буйынса Владимир Путин журналистар менән осрашты һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙе. #ВладимирПутин

Президент журналистар менән осраштыПрезидент журналистар менән осрашты
Президент журналистар менән осрашты

Осрашыуҙа Президент  махсус хәрби опероацияның еңеүле тамамланыуы тураһында былай тине:

–Һуғыш яланындағы хәл-торош шуны күрһәтә: Рәсәй тиҙҙән конфликттың тамамланасағы тураһында һүҙ алып бара ала.

 Балтика буйы илдәренең Калининград өлкәһенә һөжүм итеү менән янауы тураһындағы һорауға яуап түбәндәгесә яңғыраны:

– Кем беҙҙе ер менән тигеҙләү хаҡында янай, уларҙың үҙҙәренә был тәңгәлдә Рәсәй Федерацияһының бөтә саралары бар.

–Хәүеф менән янаған бөтә урындар – айырып әйтәм, Рәсәйгә тура һуғыш хәүефе менән янаған урындар – законлы рәүештә сәп булып тора – Украина ҡораллы көстәренең Латвия территорияһынан һөжүм итеү ихтималлығы тураһындағы һорауға ошондай яуап булды.

В. Путин Евросоюздың Украина пилотһыҙ осоу аппараттарының осоп төшөүе тураһындағы белдереүенә ҡарата былай тине:

– Беренсе реакция тап Румыниялағы кеүек булды: “Ҡарауыл! Рустар килә, рустар һөжүм итә”. Бер аҙ ваҡыттан һуң был дрондарҙың Украинаныҡы булыуы, Рәсәйҙең осоу аппараттарына бер нисек тә бәйләнмәүен асыҡланды.

 –Беҙҙә генетик үҙгәреш кисергән продукттар буйынса сикләүҙәр бар. Кешеләр генетик йәһәттән үҙгәртелгән аҙыҡ-түлекте ашарға теләмәй. Һәм беҙ ошоно иҫәпкә алырға тейешбеҙ. Әлегә был ризыҡтарҙы ашауҙың кешегә тәьҫире буйынса ныҡлы тикшеренеүҙәр юҡ, тип  яуап бирҙе Президент Рәсәйҙәге фитосанитар нормалар тураһында.

Фото: www.kremlin.ru

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас