Рәсми бүлек
5 Июня , 01:45

Күп бала тәрбиәләгәндәргә наградалар тапшырылды

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә Владимир Путин күп балатәрбиәләгән туғыҙ ата-әсәгә «Герой-Әсә» һәм «Ата-әсәлек даны» ордендарын тапшырҙы. #ВладимирПутин

Күп бала тәрбиәләгәндәргә наградалар тапшырылдыКүп бала тәрбиәләгәндәргә наградалар тапшырылды
Күп бала тәрбиәләгәндәргә наградалар тапшырылды

Юғары наградаларға Мәскәү, Псков, Ростов, Төмән, Новосибирск, Херсон өлкәләре, Мордовия, Дағстан, Төньяҡ Осетия – Аланиянан күп балалы ғаиләләр лайыҡ булды.

«Ата-әсәлек даны» ордены 2008 йылда Президент Указы менән булдырылғайны,уның менән ете һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, уларҙың һаулығы, белеме, физик, рухи һәм әхлаҡи үҫеше тураһында тейешле кимәлдә хәстәрлек күргән ата-әсәләр (уллыҡҡа алыусылар) бүләкләнә. «Герой-Әсә» исеме ун һәм унан да күберәк бала тапҡан һәм тәрбиәләгән әсәләргә бирелә. Шулай уҡ ҡатын – ҡыҙҙарға айырым отличие билдәһе - Герой-Әсә ордены тапшырыла. Орден һәм исем 2022 Йылда Президент Указы менән булдырылды.

Тантанала Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Татьяна Голикова һәм Президент ҡарамағындағы бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белова ҡатнаша.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас