Рәсми бүлек
18 Июня , 06:00

Дәүләт Думаһына һайлау көнө билдәле

Владимир Путин 2026 йылдың 20 сентябрендә Дәүләт Думаһына һайлау уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйған. #ВладимирПутин

Дәүләт Думаһына һайлау көнө билдәлеДәүләт Думаһына һайлау көнө билдәле
Дәүләт Думаһына һайлау көнө билдәле

Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауҙы тәғәйенләү тураһындағы указға ҡул ҡуйған. Документ Рәсәйҙең хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының яңы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙы 2026 йылдың 20 сентябренә тәғәйенләргә», — тиелә дәүләт башлығы указында.

Указ рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә.

Сығанаҡ һәм фото: БАШИНФОРМ.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас