

"Беҙҙең илдәр араһындағы мөнәсәбәттәр үҫә бара. Беҙ быға бик шатбыҙ. Беҙҙең бәйләнештәр күптән инде формаль түгел, улар ысынлап та дуҫтарса характерҙа, яңы һәм яңы йөкмәтке менән тулылана һәм, тәү сиратта, Төркиә Республикаһы Президенты Эрдоган әфәнденең позицияһы арҡаһында. Һеҙҙән уға иң яҡшы теләктәрегеҙҙе еткереүегеҙҙе һорайым, һәм беҙ уны илебеҙҙә күреүебеҙгә һәр ваҡыт шатбыҙ», – тип билдәләне Владимир Путин.