

Тантаналы сара Ҙур Кремль һарайының Георгий залында үтте. Быйыл полк үҙенең 90 йыллығын билдәләне. Сәләмләү телмәре менән сығыш яһап, Владимир Путин Президент полкы байрағына Жуков ордены билдәһен беркетте һәм орден таҫмаһын ағасҡа бәйләне.
Президент полкы хәрбиҙәре өс тапҡыр “Ура “ ҡысҡырып ҡаршы алды юғары награданы.
Байраҡты ҡабул итеп, полк командиры генерал-майор Михаил Сурайкин юғары баш командующийға күрһәткән хөрмәте һәм подразделение хеҙмәтенә юғары баһаһы өсөн дәүләт башлығына рәхмәт белдерҙе.
"Был награда менән күп кенә Кремль яугирҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, һәр һалдаттың, сержанттың, прапорщиктың һәм офицерҙың полкка ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы үтәүгә индергән өлөшө билдәләнде. Президент полкы Рәсәй Федерацияһының дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлауға һәр ваҡыт әҙер, артабан да үҙенең "Тоғролоҡ. Хөрмәт. Бурыс” девизына таянып, белем һәм хеҙмәт оҫталығын камиллаштырасаҡ., - тине генерал Путинға.
ФОТО: kremlin.ru