

Губернатор өлкәлә тыуымдың түбән булыуын билдәләп, властың был проблеманы хәл итеү өҫтөндә әүҙем эшләүен белдерҙе.
Миляев билдәләүенсә, төбәктә «Тула өлкәһе – ғаилә бәхете биләмәһе» стратегияһы тормошҡа ашырыла. Уның һүҙҙәренсә, етәкселек йәмғиәттә күп балалылыҡ һәм традицион ҡиммәттәр образын нығытырға тырыша. Шулай уҡ ҡала мөхитен яҡшыртыу, халыҡты ғаилә ҡорорға дәртләндереү буйынса эш алып барыла.
Путин менән Миляевтың 2024 йылдың авгусындағы осрашыу ваҡытында социаль-иҡтисади хәл, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам һәм Мариуполде тергеҙеүҙә ярҙам саралары тикшерелгән. Бынан тыш, улар спортты үҫтереү буйынса совет ултырыштарында даими осраша, унда губернатор профилле комиссияны етәкләй.
Май айында Рәсәй лидеры Мордовия етәксеһе Артем Здунов менән осрашыуында демографик хәлде яҡшыртыу өҫтөндә эшләргә тәҡдим иткәйне.
Уҙған йыл аҙағында ла Владимир Путин илдә тыуымды яҡлау сараларының етерлек булмауын таныны.
Демография мәсьәләһе әле лә көнүҙәк булып ҡала.