

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сахалин өлкәһе губернаторы Валерий Лимаренко менән осрашты. Төбәк башлығы хәбәр итеүенсә, Сахалиндың иҡтисады тотороҡло, әммә күп осраҡта экспортҡа бәйле. Ул шулай уҡ Президент йөкләмәләренең үтәлеше тураһында хәбәр итте, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын бәйән итте.
Сахалинда хәрби хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ, дауалау һәм реабилитация мәсьәләләрендә ярҙам итәләр, тип билдәләне төбәк башлығы. Һуңғы ике йылда 400-ҙән ашыу ғаилә льготалы ипотека буйынса торлаҡ алған. 2 меңгә яҡын хәрби хеҙмәткәр реабилитация үткән.
Губернатор демография мәсьәләләренә айырым иғтибар бүлде. Сахалинда тыуым күрһәткесе Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 1,7 юғарыраҡ. Университет эргәһендә профессиональ бала ҡараусылар курстары асылған, былтыр был курстарҙы 300 кеше үткән. Төбәктә яслеләр селтәре үҫешә, предприятиелар ғаиләләрҙең балаларҙы ҡарау хеҙмәттәренә сығымдарының бер өлөшөн ҡаплай.
Шулай уҡ Шумшу утрауында тарихи хәтерҙе һаҡлау буйынса эш алып барыла, тип билдәләне Валерий Лимаренко. Совет яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған мемориаль комплекс яңыртыла, эҙләнеү эштәре дауам итә.