

Милли проекттар 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең социаль-иҡтисади үҫеш программаһын үҫтереү һәм тормошҡа ашырыу буйынса Президент раҫлаған милли үҫеш маҡсаттарына өлгәшеүҙең төп инструменттарының береһе.
2025 йылдан Рәсәйҙә 19 милли проект тормошҡа ашырыла, улар төп өлкәләрҙе: ғаилә, һаулыҡ, мәғариф, инфраструктура, иҡтисад, технологиялар, экология һәм туризмды үҙ эсенә ала.
Үҙенең телмәренең башында В. Путин иҡтисади динамиканың дөйөм алғанда ябай, әммә ыңғай булыуын билдәләне: тулайым эске продукттың үҫеше бер процент самаһы билдәһендә тора (беренсе ярты йыллыҡта эске тулайым продукттың үҫеше 0,6 процент тәшкил итте, икенсе кварталда 1,3 процент ине). Путин аңлатыуынса: иҡтисади темптарға бер нисә фактор йоғонто яһай, шул иҫәптән тышҡы баҫым, сәнәғәт һәм инфраструктура объекттарына террористик һөжүмдәр. Әлбиттә, бындай һөжүмдәрҙең киҫкен эҙемтәләре юҡ, булманы һәм булырға ла мөмкин түгел. Әммә улар беҙгә зыян килтерә, әлбиттә, быны аңлайбыҙ, күрәбеҙ һәм беләбеҙ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды президент. Был ябай һығымта: илдең суверенитетын нығытырға, оборонаның һәм хәүефһеҙлектең һөҙөмтәлелеген арттырырға кәрәк.