Рәсми бүлек
28 Августа , 00:05

Сит илдәрҙә рәсәйлеләр өсөн 152 илдә 312 һайлау участкаһы эшләйәсәк

Махсус хәрби операцияла еңеү өсөн барыһын да эшләү - "Берҙәм Рәсәй" партияһының бурысы, тип билдәләне дәүләт Башлығы Владимир Путин Мәскәүҙә "Берҙәм Рәсәй"ҙең XXIII съезының икенсе этабында сығыш яһап. #ВладимирПутин

Сит илдәрҙә рәсәйлеләр өсөн 152 илдә 312 һайлау участкаһы эшләйәсәкСит илдәрҙә рәсәйлеләр өсөн 152 илдә 312 һайлау участкаһы эшләйәсәк
Сит илдәрҙә рәсәйлеләр өсөн 152 илдә 312 һайлау участкаһы эшләйәсәк

 "Махсус хәрби операция дауам итә һәм дошман өсөн фронтта хәл ни тиклем ҡатмарлыраҡ булһа, Киев режимы шул тиклем аяуһыҙ, вәхшиҙәрсә һөжүмдәр яһай", — тип билдәләне ил Президенты. – Халыҡ-власть сығанағы. Граждандарҙың үҙ вәкилдәрен һайлау, үҙ иленең үҫеш юлын билдәләү конституцион хоҡуғы ҡаҡшамаҫ. Был демократик дәүләт институттарының йәмғиәт тарафынан танылыу һәм эшкә һәләтлелек нигеҙе", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды дәүләт башлығы.

Уның һүҙҙәренсә, алдағы һайлауҙар Рәсәйҙең тотороҡлолоғон һәм уның тышҡы хәүефкә ҡаршы тороу һәләтен раҫлаясаҡ. Ә "Берҙәм Рәсәй" бер ҡасан да буш һәм үтәлмәҫ вәғәҙәләр бирмәй, шуға күрә төп сәйәси көскә әйләнә. Президент партияға ярҙам белдерҙе һәм туғыҙынсы саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа уңыштар теләне.

Тауыш биреү 18-20 сентябрҙә үтә. УНДА “Берҙәм Рәсәй”ҙән тыш, ЛДПР, Тура демократия Партияһы, "Йәшелдәр", "Ғәҙел Рәсәй", "Ватан", КПРФ, Пенсионерҙар Партияһы, "Рәсәй кКоммунистары" һәм "Яңы кешеләр"ҡатнаша.

Сит илдәрҙә рәсәйлеләр өсөн 152 илдә 312 һайлау участкаһы асыла.

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас