Рәсми бүлек
16 Октября , 03:55

Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дан һәм хөрмәт!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә урман хужалығгы хеҙмәткәрҙәренә республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана

Добавить в предпочтительные источники Google
Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дан һәм хөрмәт!Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дан һәм хөрмәт!
Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә дан һәм хөрмәт!

Республика Башлығы билдәләп үтеүенсә, Башҡортостан биләмәһенең 40 проценты урмандарҙан тора. Шуға күрә урмандарҙы һаҡлау айырыуса мөһим. 2 октябрҙә Красноусольскиҙа Урман хужалығы министрлығы булдырылыуға 60 йыл тулыуға арналған саралар үткән.

Радий Хәбиров урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеүен юғары баһаланы. Уның һүҙҙәренсә, яугирҙәргә ағас һәм таҡта кәрәк, МХО зонаһына ағас материалдары оҙатыу артабан да дауам итәсәк.

«Башҡортостандың рәхмәтле халҡынан» миҙалы Туймазы урман хужалығы директоры урынбаҫары Алһыу Нәзмутдиноваға тапшырылды. «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған урмансыһы» исеменә яҡташыбыҙ Әхтәм Фәйзуллин, шулай уҡ Сергей Антошкин,  Динар Зәлилов Батыр Исмәғилев лайыҡ булды.

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, 2019 йылдан республикала 93 мең гектар майҙанда урман тергеҙелгән. 2026 йылда «Экологик именлек» милли проекты (нацпроект “Экологическое благополучие”) сиктәрендә федераль бюджеттан тармаҡҡа 278 миллион һумдан күп аҡса йәлеп ителгән.

Күптән түгел генә Әхтәм Фәйзуллин "Башҡортостан Республикаһының иң яҡшы урман инспекторы" исеменә лайыҡ булғайны. афарин!

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас