В. В. Путин пенсия реформаһын йомшартырға тейешле саралар тәҡдим итте.
Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн пенсия йәше ир-егеттәрҙекенән артмаҫҡа тейеш. Президент ҡатын-ҡыҙҙарға закон проектында тәҡдим ителгән пенсия йәшен арттырыуҙы һигеҙ йылдан биш йылға тиклем кәметергә кәрәк тип иҫәпләй. Ҡатын-ҡыҙҙар – 60, ир-егеттәр 65 йәштә хаҡлы ялға сыға.
Күп балалы әсәләр пенсияға ваҡытынан алда сыға. Өс балаһы булһа – өс йылға, дүрт балаһы бар икән, дүрт йылға иртәрәк. Биш һәм унан күберәк балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн барыһы ла хәҙергесә ҡала, улар 50 йәштән пенсияға сығырға хоҡуҡлы.
Иҫке ҡануниәт буйынса алдағы ике йылда хаҡлы ялға сығырға тейешле граждандарға махсус ташламалар ҡаралған. Улар пенсияны яңы пенсия йәшенән алты айға алдараҡ юллай ала.
Пенсия алды йәшендәгеләрҙе яҡлаусы өҫтәмә гарантиялар. Хәҙер пенсия алды йәше хаҡлы ялға сығыуға биш йыл ҡалғас етә. Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе эштән бушатҡан, шулай уҡ йәшенә ҡарап эшкә алыуҙан баш тартҡан өсөн эш биреүселәргә административ һәм хатта енәйәт яуаплылығы ҡарала.
Пенсия алды йәшендәге граждандар өсөн эшһеҙлек буйынса пособиеның максималь күләме ике тапҡырҙан ашыуыраҡҡа – хәҙерге ваҡыттағы 4900 һум урынына 2019 йылдың 1 ғинуарынан 11280 һумға тиклем арттырыла. Түләү осорон бер йылға билдәләргә.
Пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәргә бушлай диспансеризация үтеүгә ике көн бирелә, был көндәрҙәге эш хаҡы һаҡлана.
Шахтерҙарға, эҫе цехтарҙа, химия производствоһында эшләүселәргә, чернобылселәргә, башҡа категориялар рәтенә пенсияға сығыу буйынса ташламаларҙы һаҡлау. Себерҙәге аҙ һанлы халыҡтар өсөн дә хәҙерге пенсия йәше һаҡлана.
Ауыл халҡына ташламалар. Ауылда йәшәүсе эшләмәгән пенсионерҙар өсөн страховка пенсияһының билдәләнгән күләменә 25 процент өҫтәмә. Улар – ауыл хужалығында 30 йылдан кәм булмаған стажы булған кешеләр.
Ваҡытынан алда пенсияға сығыу өсөн стаж кәмей. Ҡатын-ҡыҙҙарға – 37, ә ирҙәр өсөн 42 йылға тиклем.
2018 йылдың 31 декабренә ҡәҙәр ғәмәлдә булған барлыҡ федераль ташламалар пенсия системаһында үҙгәртеп ҡороуҙар тамамланғансы һаҡлана.
Владимир Путиндың тәҡдимдәре закон проектына төҙәтмәләр булараҡ ҡарала һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Дәүләт Думаһына индерелә.
Белешмә. 2018 йылдың 16 июнендә Хөкүмәт Дәүләт Думаһына пенсия системаһында үҙгәрештәр тураһында закон проектын тәҡдим итте. 19 июлдә уны ил парламенты тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Реформаның төп маҡсаты — пенсия системаһының финанс тотороҡлоғон тәьмин итеү.