+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2018, 19:34

Башҡортостан муниципалитеттары араһында һайлауҙа ҡатнашыу йәһәтенән лидер билдәләнде

Башҡортостанда муниципалитеттар араһында һайлауҙа ҡатнашыу буйынса Салауат районы алда бара.

Башҡортостанда муниципалитеттар араһында һайлауҙа ҡатнашыу буйынса Салауат районы алда бара. Муниципаль райондар араһында уртаса процент – 38,96 процент. Лидерҙар: Бөрйән районы – 55,16, Ейәнсура— 55,65, Ҡырмыҫҡалы – 57,65, Салауат районы – 59,46%.
Ҡала округтары араһында ҡатнашыусылар һаны 23,35 процент тәшкил итә, иң әүҙеме Күмертау – 41,53%, Сибай ҡалаһында – 34,63%. Өфөлә һайлау участкаларына халыҡтың 16,27% килде.
Өфөлә йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү өсөн ғариза биргән һайлаусылар әүҙем тауыш бирә – 10 684 һайлаусы. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы Мәғлүмәт үҙәгенең оператив мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙгө 3-кә ошондай 20 556 һайлаусы тауыш бирҙе.
Читайте нас: