+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Сентябрь 2018, 20:35

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе.

Башҡортостанда киске сәғәт 6-ға Башҡортостан закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙа һайлаусыларҙың 40,26% тауыш бирҙе. Был турала Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы урынбаҫары Марат Ғәҙилов хәбәр итте. 25690 кеше йәшәгән урынынан ситтә тауыш биреү мөмкинлеген файҙаланды.
Үҙәк һайлау комиссияһында белдереүҙәренсә, Бөрйән, Ейәнсура, Салауат райондары әүҙемлек күрһәтте.
«Дөйөм алғанда, һайлауҙа ҡатнашыусылар һаны Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышына ҡарағанда аҙыраҡ, — тине Марат Ғәҙилов. — Был һайлауҙа Өфөлә Октябрьский һәм Орджоникидзе райондары әүҙем булды. Ҡалалар араһында — Күмертау һәм Сибай».
Башҡортостанда төбәк парламентына һайлау бара. Республика халҡы закондар сығарыу йыйылышына 110 депутат һайлай. Уларҙың яртыһы — бер мандатлы округтар, яртыһы сәйәси партиялар исемлеге буйынса һайлана.
ww.bashinform.ru/news/1208145-v-bashkirii-k-18-00-progolosovalo-bolee-40-26-izbirateley/
Читайте нас: