Белеүегеҙсә, 11 октябрҙә — Башҡортостан Республикаһы көнөндә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда йәшәүселәргә мөрәжәғәт итеп, вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында иғлан итте.
Рәсәй Президенты Владимир Путин үҙенең Указы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Радий Хәбировты тәғәйенләне. Документ Кремлдең рәсми сайтында баҫылып сыҡты. «Башҡортостан Башлығы Р. З. Хәмитовтың вәкәләттәрен алдан туҡтатыу тураһында ғаризаһы менән бәйле һәм 184-се Федераль закондың 19-сы статьяһына ярашлы, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың үҙ теләге буйынса отставкаға сығыуын ҡабул итергә. Радий Фәрит улы Хәбировты һайланған Башҡортостан Башлығы вазифаны ҡабул иткәнгә тиклем Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп тәғәйенләргә», — тиелә документта.
Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ тәүге эш сәфәрен Радий Фәрит улы «Башнефть» компанияһынан башланы.