+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ғинуар 2019, 17:03

Радий Хәбиров йәнә Әбйәлилгә килде

25 ғинуар БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров эш сәфәре менән көноҙоно Әбйәлилдә булды.

25 ғинуар БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Р. Ф. Хәбиров эш сәфәре менән көноҙоно Әбйәлилдә булды.

Йәнекәйҙә төбәк башлығы ауыл халҡы менән уларҙы борсоған мәсьәләләр тураһында һөйләште. «Ауыл үҫешә, йәштәр төпләнә, балалар баҡсаһы асыу көнүҙәк», — тине бер тауыштан осрашыуҙа ҡатнашыусылар. Юғиһә эшләүсе ата-әсәләр балаларын Яңы Балапандағы мәктәпкәсә төркөмгә йөрөтөргә мәжбүр тип, һүҙҙәренең раҫлығына инандырҙылар. Радий Фәрит улы быйыл балалар баҡсаһының проект-смета документацияһын әҙерләргә ҡушып, киләһе йылда төҙөлөштө башларға вәғәҙәләне. Бынан тыш йәнекәйҙәр транспорт бәйләнеше, «зәңгәр яғыулыҡ», урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләрен күтәрҙе. Был һорауҙарҙы төбәк етәксеһе район башлығы ҡатнашлығында ауыл йыйыны уҙғарып, йәнә бер тапҡыр ҡарарға һәм унан һуң район хакимиәтенә аныҡ эштәр планын әҙерләргә ҡушты.

Ошонда уҡ Радий Хәбиров Закирйәновтар ғаиләһендә ҡунаҡта булды. Октябрь айында Әбйәлилгә тәүге эш сәфәре менән килгәнендә юлда танышҡан йәш дуҫының, уның ғаиләһенең хәл-әхүәлен белеште. Биш йәшлек Рамаҙанға һәм һеңлеһе Иридаға уйынсыҡтар, уларҙың әсәһе Әлиәгә гөлләмә бүләк итте. Әлиә Мораҡайҙа башланғыс мәктәптә уҡыта, тормош иптәше Радмир бизнес менән шөғөлләнә, махсус программа буйынса 3 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алып, дуҫы менән мал һуйыу цехы төҙөү менән мәшғүл. Радий Фәрит улы төҙөлөп ятҡан цехты ҡараны, уны тиҙерәк эшкә ебәреүгә булышлыҡ итеүҙе район башлығы И. Т. Нафиҡовҡа йөкмәтте.

Төбәк башлығы «Яҡты-Күл» шифаханаһында барған «Урал легендаһы» Digital-Ҡоролтай форумында ҡатнашты, дәүләт власы органдарының социаль селтәрҙәрҙә эшләү принциптары тураһында блогерҙар менән фекер алышты.

— Бөгөн барса халыҡ социаль селтәрҙәрҙә ултыра, үҙҙәренең фекерен интернет киңлектәрендә яҡтырта. Субъекттар, муниципалитеттар етәкселәре халыҡ янында булырға тейеш, — тине ул.

Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәрҙе ваҡытында «хәүефле нөктәләрҙе» асыҡларға, шулай уҡ власть органдарының эшен асыҡтан-асыҡ сағылдырырға мөмкинлек биреүсе инструмент тип баһаланы. Етәкселәрҙе үҙҙәренең сәхифәһен булдырырға, постарҙы ябай, халыҡсан телдә яҙырға, эскерһеҙ һәм аныҡ фекерле булырға өндәне.


Р. Ф. Хәбиров Мауыҙҙы буйындағы «Березки» ял йортоноң һәм «Яҡты-Күл» шифаханаһының эшмәкәрлеге менән танышты, дауалау һәм йәшәү корпустарын ҡараны, ял итеүселәр менән аралашты.

Артабан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы БР Хөкүмәте һәм муниципалитет вәкилдәре ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрҙе. Һүҙ районда курорт төбәгенең артабанғы үҫеш перспективалары тураһында барҙы. Радий Фәрит улы был мәсьәләне хәл итеүҙә ике юл булыуын билдәләне: беренсеһе — корпустарға косметик ремонт башҡарыу, икенсеһе — биләмәне комплексы үҫтереү, яңы корпустар төҙөү, яр буйҙарын төҙөкләндереү. Бында шифахананың дауалау базаһының мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу зарур тине.


Төбәк етәксеһе вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Л. Х. Ивановаға, муниципалитеттың позицияһын иҫәпкә алып, аҙна эсендә шифахананы үҫтереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Был тема буйынса һөйләшеү махсус кәңәшмәлә дауам итәсәк, тип ышандырҙы.


Был көндә «Уральские зори» лагерында 6 райондан — Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Учалы һәм Хәйбулланан ауыл биләмәләре башлыҡтарының «Урал аръяғын үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре» темаһы буйынса семинар-кәңәшмәһе уҙҙы. Семинарҙың формаль булмаған шарттарҙа үткән эшлекле уйын өлөшөндә Р. Ф. Хәбиров ҡатнашты, 10 төп йүнәлеш буйынса әҙерләнгән «Ауыл советы манифесты»н тыңлап, айырым тәҡдимдәрҙе иҫәпкә аласағын белдерҙе һәм үҙенең фекерҙәрен дә әйтте.

— Иртәнсәктән кискәсә ябай халыҡ араһында булған, уларҙың мәсьәләләрен хәл итергә тырышҡан ауыл биләмәләре башлыҡтарын борсоған киҫкен һорауҙар менән хәбәрҙар булыу минең өсөн бик мөһим. Һеҙҙең менән аралашыуҙан уғата ҡәнәғәтмен. Бындай төбәк семинар-кәңәшмәләрен бөтә республика буйынса уҙғарасаҡбыҙ, — тине сараны йомғаҡлап Радий Фәрит улы.

Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
Читайте нас: