+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Февраль 2019, 12:18

Халыҡ именлеге — дәүләт ныҡлығының нигеҙе

Рәсәй Президенты В. В. Путин был аҙнала Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны.

Рәсәй Президенты В. В. Путин был аҙнала Федераль Йыйылышҡа сираттағы Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһаны. Күберәк эске сәйәсәткә, социаль һәм иҡтисади мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән сығыш ике сәғәткә яҡын дауам итте. Документтың төп тезистарына күҙ һалайыҡ.

Демографик хәлде яҡшыртыу. Быға тиклем хөкүмәт тарафынан балалы ғаиләләрҙе яҡлау буйынса күрһәтелгән сараларға өҫтәп, тағы бер нисә мөһим ҡарар тормошҡа ашырыласаҡ. Йәшәү минимумын һәр ғаилә ағзаһына ике кешенеке кимәленә еткерергә; инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә пособиены 1 июлдән 10 мең һум күләмендә түләргә; балалар күберәк булған һайын ер һәм милек өсөн һалымды кәметергә; ипотека буйынса ставкаларҙы 9, артабан 8 процентҡа тиклем кәметергә һәм икенсе һәм унан һуңғы балалары тыуған ғаиләләр өсөн ташламалы осорҙо ипотека түләп бөткәнгә тиклем дауам итергә; өсөнсө һәм унан һуңғы балалары тыуған ғаиләләргә ипотеканы ҡаплау өсөн тағы 450 мең һум күләмендә аҡса түләргә (әсәлек капиталы менән ҡушҡанда 900 мең һум тирәһе килеп сыға); 2021 йылға тиклем ясли төркөмдәрендә тағы 270 мең урын булдырырға; күп балалы ғаиләләргә документтар юллауҙы тулыһынса электрон режимға күсерергә.

Ярлылыҡ. Илдә 19 миллиондан ашыу кеше ябай ғына нәмәләрҙә — кейем, дарыу, хатта аҙыҡ-түлектә үҙен сикләргә мәжбүр. Быны бөтөрөү өсөн дәүләт тарафынан эшкә урынлаштырыу, махсус курстарҙа уҡытыу, шәхси хужалыҡ асыу өсөн гранттар бүлеү өлкәһендә өҫтәмә ярҙам саралары ҡараласаҡ. Ҡапыл эшһеҙ йәки ауыр тормош хәленә ҡалған граждандар өсөн «ипотека каникулдары» булдырып, кредитты ҡаплау осорон күсерергә. Микрозайм биреүсе ойошмалар эшмәкәрлеген ныҡлы күҙәтеү аҫтына алырға. Пенсияларҙы ҡайтанан иҫәпләтеп, кемдәр тулы сумманы алып өлгөрмәгән — түләргә.

Медицина ярҙамы 2020 йыл аҙағына тиклем бөтә ауылдарҙа ла булырға тейеш. Ошо осорҙа 1590 табип амбулаторияһы һәм ФАП-ты төҙөкләндерергә. Паллиатив ярҙам буйынса закон проектын тормошҡа ашырырға. Онкологияны иртә диагностикалау өсөн үҙәктәр төҙөүҙе дауам итергә. «Ауыл табибы» буйынса йәш сикләүҙәрен алырға, йәғни 50 йәшлек медик та ауылға эшкә барып, тәғәйен аҡсаны алырға тейеш.

Сүп-сар реформаһы менән илдә бер ҡасан етди шөғөлләнгәндәре юҡ, сүплектәр тулған. 30 ҙур сүплек ябылырға һәм сүп-сар тулыһынса эшкәртелергә тейеш, ҡалғандарын алты йыл дауамында тәртипкә килтерергә. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтына халыҡ контроле булдырып, экологик инспекторҙар тәғәйенләү бурысын йөкмәтергә. Киләсәк быуынға беҙ ҡыйға батҡан илде түгел, ә экологик яҡтан таҙа Рәсәйҙе тапшырырға бурыслы.

Мәктәптәрҙе 2021 йылға тиклем тулыһынса интернет селтәренә тоташтырырға, йылылыҡ системаларын, канализацияны көйләргә. 2020 йылда «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын индерергә һәм бәләкәй ауылдарға эшкә барған педагогтарға бер тапҡыр 1 миллион һум түләргә.

Намыҫлы бизнесты тикшереп йонсотмаҫҡа.

Инфраструктура һәм юлдар эҙмә-эҙлекле төҙөкләндерелә, алты йыл дауамында 60 аэропорт яңыртыла, быйыл Ҡырым күпере аша тимер юлы асыла.

Быларҙан тыш Рәсәй Федерацияһы Президенты тышҡы сәйәсәткә, инвестициялар йәлеп итеүгә, йәштәрҙе заманса технологиялар буйынса уҡытыуға, Антарктиканы, космосты үҙләштереүгә һәм башҡа мөһим мәсьәләләргә туҡталды. «Тотороҡло һәм оҙайлы үҫеш өсөн тыныслыҡ булыуы мөһим. Илдең оборона һәләтен нығытыу тик халыҡ именлеген һаҡлау маҡсатында башҡарыла», — тине ул.

Р. МӘСӘЛИМОВА әҙерләне.
Читайте нас: