+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
1 Июль 2019, 11:13

Владимир Путин хеҙмәттәшлекте нығытыу яҡлы

Ил Президенты “Ҙур егерме” саммиты барышында Р. Эрдоган менән һөйләшеүҙә Рәсәй һәм Төркиә араһындағы инвестиция хеҙмәттәшлеген киңәйтергә тәҡдим итте.

Ил Президенты “Ҙур егерме” саммиты барышында Р. Эрдоган менән һөйләшеүҙә Рәсәй һәм Төркиә араһындағы инвестиция хеҙмәттәшлеген киңәйтергә тәҡдим итте.


“Иң беренсе былтыр тауар әйләнешенең 16 процентҡа артҡанын билдәләр инем, – тине Владимир Путин. – Ике яҡта ла инвестиция ҡеүәте ҙур. 900 миллион евро күләмендәге инвестиция платформаһы булдырыу тураһында мәсьәләне хәл итәбеҙ”.


Рәсәй етәксеһе туристар ағымы үҫешен дә билдәләне.


“Былтыр илебеҙҙән Төркиәлә алты миллион турист булған, был – юғары күрһәткес. Төрөк партнерҙарыбыҙҙың килеме биш миллиард долларға еткән”, – тине ул.


Саммит барышындағы һөйләшеүҙә Анкараға Рәсәйҙең С-400 зенит-ракета системаларын ташыу мәсьәләһе тураһында фекер алышынды. Эрдоган әйтеүенсә, был процесс тотҡарлыҡһыҙ бара. Ул берҙәм ракета етештереүҙең, технологиялар менән алмашыуҙың Төркиә өсөн мөһим әһәмиәткә эйәлеген билдәләне.


#ВладимирПутин
Фото: vk.com/vladimir_vladimirovichp
Читайте нас: