Сәйәсәт
8 Июля 2019, 05:42

Владимир Путин: "Үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим"

Рәсәй етәксеһе менән Италия премьер-министры араһында һөйләшеү булды.

Рәсәй етәксеһе Италия премьер-министры менән һөйләшеү һөҙөмтәләре буйынса матбуғат конференцияһында АҠШ һәм Ҡытай араһындағы сауҙа алышының барлыҡ донъя иҡтисадына кире йоғонто яһаясағын белдерҙе.


Был ике дәүләт үҙ-ара килешмәүсәнлекте яйға һалмаһа, бар донъя зыян күрәсәк.

“Эҙемтәһе барыбыҙ өсөн дә насар буласаҡ. Шуның өсөн дә үҙ-ара килешеүгә өлгәшеү мөһим, сәйәси нигеҙҙәге сикләүҙәр, санкциялар, тарифтарҙы бер яҡлы тәртиптә индереү туҡтатылырға тейеш”, – тине Владимир Путин.


Рәсәй лидеры шулай уҡ АҠШ менән КХР араһындағы сауҙа алышы дауам итһә, донъя сауҙаһының 2024 йылға 17 процентҡа кәмейәсәген белдерҙе.


Читайте нас