Рәсәй Президенты Украина Президенты менән тәүге һөйләшеү үткәрҙе. Дәүләт башлыҡтары телефон аша аралашты.
Владимир Путин менән Владимир Зеленский артабанғы бәйләнеш форматын күҙалланы. Улар, моғайын, киләсәктә Минскиҙа осрашыр.
Был юлы әсирҙәр менән алмашыу төп тема булған. Әлеге мәсьәләне эксперттар кимәлендә ҡараясаҡтар. Һәм, әлбиттә, Донбаста тыныслыҡ урынлаштырыу темаһы ла күтәрелгән.