Рәсәй Президенты кисә Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмә үткәргәйне. Унда Иркутскиҙағы һыу баҫыу проблемаһына ҡарата мәсьәләләр, һөнәри квалификация системаһын модернизациялау тураһында һөйләшеү менән бер рәттән ауыл хужалығы эштәренә лә иғтибар ителде.
Владимир Путин РФ ауыл хужалығы министры Дмитрий Патрушевтан уңыш йыйыу барышы хаҡында һорашты.
Министр һүҙҙәренсә, быйыл үҫтерелгән уңышты, былтырғыға ҡарағанда, ярты миллион гектарға күберәк майҙандан, барлығы 80 миллион гектарҙан, йыйып алырға кәрәк.
Күҙаллауҙар буйынса, бөртөклө һәм бөртөклө-ҡуҙаҡлы культураларҙың тулайым йыйымы 118 миллион тонна буласаҡ. Бойҙай күләме 75 миллион тоннаға етер, тип фаразлана.
Ҡайһы бер төбәктәрҙә эштәр уғата яҡшы бара. Улар: Краснодар крайы, Курск өлкәһе һәм Ҡырым республикаһы. Шул уҡ ваҡытта насар көн торошо арҡаһында уңыш ҡеүәте Төньяҡ Кавказда, Волга буйы федераль округында кәмегән.
Әммә барыбер дөйөм уңыш яҡшы буласаҡ.
Был мәғлүмәт Владимир Путинды ҡәнәғәт ҡалдырҙы, буғай.