Быға тиклем телефон аша аралашҡанда Владимир Путин менән Дональд Трамп Рәсәйҙә Америка Ҡушма Штаттары илсеһен алмаштырыу хаҡында һүҙ йөрөткәйне. Президенттың пресс-секретары Дмитрий Песков белдереүенсә, цитата: «Ысынлап та АҠШ лидеры Рәсәйҙәге илсе Хантсманды алмаштырырға йыйына. Ул эшләгән осорҙа ике яҡтың иң ауыр мөнәсәбәте осоро тура килде һәм илсе баш ҡалҡытмай эшләп, нәтижәле диалогтар булдырыуға өлгәште». Ошо көндәрҙә яңы илсенең кандидатураһы билдәле буласаҡ.