Владивосток юрисы Максим Чихунов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың мотоциклда шлемһыҙ йөрөүен тәнҡитләгәйне. Севастополь буйынса ЮХХДИ юристың ялыуына яуап бирҙе. “Президент машиналар һәм кешеләр йөрөмәгән юлдан барҙы, тимәк, уның ғәмәлдәренә юл ҡағиҙәләре ҡағылмай”, – тиелә ведомствоның яуабында.
Мәғлүм булыуынса, Владимир Путин Ҡырымда үткәрелгән “Вавилон шәүләһе” халыҡ-ара байк-шоуына “Урал” мотоциклында килгәйне. Уның менән бергә Ҡырым башлығы Сергей Аксенов, Севастополь мэры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Михаил Развожаев һәм “Төн бүреләре” мотоклубы лидеры Александр (Хирург) Залдостанов та бар ине. Чихунов граждан В.В. Путинды Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 12.6-сы статьяһы (хәүефһеҙлек ҡайыштарын һәм мотошлемдарҙы ҡулланыу ҡағиҙәләрен боҙоу) буйынса яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы һорап мөрәжәғәт итте. Был статья буйынса иң ҙур штраф күләме – бер мең һум.
“Төрлө протокол саралары, спорт ярыштары, хәрби парадтар үткәрелгән урындарҙа юл ҡағиҙәләре ғәмәлдән сығарыла”, – тиелә ЮХХДИ мәғлүмәтендә. Максим Чихунов иһә был ҡарарға ҡайтанан ялыу бирергә ниәтләй.