-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Сентябрь 2019, 10:46

Владимир Путин Монголияға ниндәй маҡсат менән юлланды?

Рәсәй Президенты Владимир Путин Монголия етәксеһе Халтмаагийн Баттулга менән һөйләшеү өсөн Улан-Баторға килде.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Монголия етәксеһе Халтмаагийн Баттулга менән һөйләшеү өсөн Улан-Баторға килде.

Ике дәүләт башлығының рәсми осрашыуы Дәүләт һарайы алдындағы Сухэ батор майҙанында булды. Рәсәй Президентын почетлы ҡарауыл, оркестр, парад кейемендәге һыбайлылар отряды ҡаршыланы. Тынлы оркестр Рәсәй һәм Монголия гимндарын башҡарҙы. Дәүләт һарайында Владимир Путин почетлы ҡунаҡтар китабында яҙма ҡалдырҙы. Унан һуң дәүләт лидерҙарының һөйләшеүҙәре башланды.

Владимир Путин менән Халтмаагийн Баттулга төбәк һәм халыҡ-ара проблемалар буйынса фекер алышасаҡ, ике яҡлы хеҙмәттәшлек мәсьәләләрен тикшерәсәк. Президенттың ярҙамсыһы Юрий Ушаков әйтеүенсә, Владимир Путин Монголия етәксеһен 5 сентябрҙә Владивостокта үтәсәк дзюдо буйынса чемпионатҡа саҡырырға ниәтләй.

Аралашыуҙан һуң лидерҙарҙың Рәсәй-Монголия делегациялары һөйләшеүендә ҡатнашасаҡ, берлектәге документтарға ҡул ҡуясаҡ. Атап әйткәндә, дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре һәм күләмле стратегик партнерлыҡ тураһындағы дәүләт-ара договор тураһында һүҙ бара.

Артабан Владимир Путиндың Монголия Бөйөк Хуралы Рәйесе Гомбожавын Занданшатар һәм Премьер-министр Ухнаагийн Хурэлсух менән әңгәмәләшеүе планлаштырыла.
#ВладимирПутин


Фото: kremlin.ru



Читайте нас: