Владимир Путин Эрдоган һәм Роухани менән халыҡ-ара көн тәртибендәге мөһим мәсьәләләрҙе тикшерәсәк, шулай уҡ ике яҡлы хеҙмәттәшлек буйынса фекер алышасаҡ. Сүриәнең төньяҡ-көнсығышындағы хәлгә айырым иғтибар биреләсәк, тип күҙаллана.
“Мәғлүм булыуынса, үҙәк хөкүмәткә буйһонмаған был биләмәләрҙә көсөргәнешлек һаҡланып ҡала, уларҙа террорсылар ҙа күп”, – тине Рәсәй Президентының ярҙамсыһы Юрий Ушаков журналистар менән әңгәмәләшкәндә.