+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Сентябрь 2019, 12:55

Радий Хәбиров биш йылдан һуң Башҡортостанды ниндәй итеп күрә

Төбәк Башлығы 2025 йылға тиклем ниндәй эштәр башҡарасағы хаҡында һөйләне

Үткән аҙна аҙағында Радий Хәбиров халыҡ тарафынан һайлап ҡуйылған республика Башлығы вазифаһы вәкәләттәренә тулыһынса эйә булды. Үҙе алдан әйткәнсә, иң тәүге эштәренең береһе булараҡ ул киләһе биш йыллыҡҡа эшмәкәрлек программаһын тәҡдим итте. Был хаҡтағы документ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың «май указдары»на ауаздаш, һәм ул «сентябрь указы» тип атап йөрөтөләсәк, ә алдағы осор «үҫештең тәүге биш йыллығы» тип нарыҡлана. Башлыҡ үҙе үк белдереүенсә, программа тормошҡа ашырыу өсөн ҡатмарлы ғына.

— Беҙ үҙебеҙгә бик юғары бейеклек билдәләнек, уны яулау еңел булмаясаҡ. Бының менән беҙ ҙур саҡырыу ташланыҡ, сөнки программала ысынлап та етди, ҡатмарлы маҡсаттар ҡуйылды. Икенсе яҡтан, һәүетемсә ирешеләсәк маҡсаттар билдәләһәк, ҡыҙыҡ та булмаҫ ине, — тине Радий Хәбиров.

Барлыҡ бурыстарҙы һәм пландарҙы бер ай эсендә булдырыласаҡ яңыртылған Хөкүмәт ғәмәлгә ашырасаҡ.

Радий Хәбиров белдереүенсә, дөйөм алғанда идара итеү командаһы төҙөлгән, Хөкүмәттең яңы составына ҡағылышлы ҙур үҙгәрештәр көтөлмәй.

Программаның асылы нимәлә? Уның иң мөһим өлөштәренә туҡталып үтәйек.


Иҡтисад

— 50 млрд һумға тиклем табыш килтерәсәк кәм тигәндә ике айырым иҡтисади зона булдырырға, йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә 100-ҙән ашыу яңы резидент йәлеп итергә, һәр районда һәм ҡалала индустриаль, агросәнәғәт йәки технологик парктар асырға.

— Ағасы ҡырҡылған майҙандарҙағы урмандарҙы 100 процентҡа яңынан тергеҙергә.

— 500 бәләкәй һәм шәхси эшҡыуарлыҡ предприятиеһы булдырырға. Тиҫтәләрсә яңы һөт-тауар фермалары һәм мал һимертеү майҙансыҡтары асырға.

— Ауыл хужалығы продукцияһын һаҡлау буйынса 10 күмәртәләп-таратыу үҙәге төҙөргә.

— Бөтә инфраструктураһы булған эре торлаҡ комплекстарын сафҡа индерергә.

— «Алданған өлөшсөләр» тигән проблеманы тулыһынса хәл итергә.

— Өс мең күп фатирлы йортто, 15 мең подъезды ремонтларға, йыл һайын дүртәр мең ихатаны төҙөкләндерергә.


Транспорт һәм инфраструктура

Ағиҙел ҡалаһында йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән йылға порты төҙөргә, «Өфө-Ағиҙел» тимер юлын асырға.

Республиканың барлыҡ тораҡ пункттарын йәмәғәт транспорты селтәре менән бәйләргә.

Ауылдарҙы һәм торлаҡ йорттарҙы тулыһынса тиерлек газ менән тәьмин итергә.

Автомобиль газ тултырыу станцияларының һанын ике тапҡырға арттырырға.

«Химпром»да санация үткәрергә.

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә яр буйҙарын нығытыу буйынса инженер ҡоролмалары төҙөргә.

Яңы полигондар һәм сүп-сар сортировкалау комплекстары булдырырға. Кешеләр тулып ашып торған сүп-сар контейнерҙарынан ыҙаларға тейеш түгел. Беҙҙең урамдарҙа һәм ихаталарҙа сүп-сар булмаясаҡ!


Демография

Беҙҙә үлем кимәле кәмергә, ә тыуым артырға тейеш. Йәшәү кимәлен шул тиклем юғары күтәреү шарт: кешеләр республиканан ситкә китмәһен, ә беҙгә ағылһын. Һуңғы йылдарҙа республика халҡының иҫәбе кәмеүгә бара. Әммә беҙ быны туҡтатасаҡбыҙ. 2024 йылға беҙҙә кәм тигәндә 4 миллион 100 мең кеше иҫәпләнәсәк.


Медицина

— Табиптар етмәү проблемаһын хәл итергә.

— Ауылдарҙа 20 ФАП төҙөргә, 147 модуль һәм 54 күсмә фельдшер-акушер пункты һатып алырға.

— Тиҙ медицина ярҙамының автопаркын яңыртырға.

— Бала табыу йорттарын һәм поликлиникаларҙы заманса ҡорамалдар менән тәьмин итергә.

— Республика кардиология диспансеры, Балалар онкология һәм гематология үҙәге, ололар һәм балалар өсөн хоспис төҙөргә.


Мәғариф

— Биш йыл дауамында яҡынса 60 мең урынға иҫәпләнгән 60 мәктәп һәм 50 балалар баҡсаһы төҙөргә һәм реконструкцияларға.

— Бөтә уҡыусылар ҙа бер сменала уҡырға тейеш.

— 12 полилингваль мәктәп асырға, уларҙа балалар камил рәүештә инглиз телендә һәм туған телдәрҙә һөйләшергә тейеш.

— Вуз-ара студент кампусы төҙөргә.

— Юғары уҡыу йорттары базаһында донъя кимәлендәге Ғилми-белем биреү үҙәге булдырырға. Унда бер ыңғай ике, шул иҫәптән сит ил программалары буйынса ла уҡыу мөмкинлеге булырға тейеш.

— Һәләтле балаларҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән белем биреү үҙәге асырға. Һәр районда һәм ҡалала балалар технопарктары һәм кванториумдары булдырырға.


Социаль сәйәсәт һәм мәҙәниәт

— Ауылдарҙа ғаилә ялы һәм рухи үҫеш үҙәктәре булырлыҡ 40 күп функциялы мәҙәниәт йорттары, Өфөлә Музыка һарайы, йәш таланттар үҙ мөмкинлектәрен үҫтерһен өсөн 10 балалар сәнғәт мәктәбе асырға.

— «Боронғо Өфө» археология паркын һәм асыҡ һауала эшләйәсәк «Атайсал – ата-бабалар төйәге» архитектура-этнография музейын һәм Башҡортостандан ситтә республикаға ҡағылышлы ете яңы тарихи-мәҙәни үҙәк асырға.

— 30 көндөҙгө мәшғүллек үҙәге һәм Республика ветерандар менән эшләү үҙәге асырға. Тиҫтәләрсә мең пенсионер социаль туризм менән шөғөлләнә, «Өсөнсө быуын университеты»нда уҡый ала.

— Үҙенсәлекле ололар, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәктәре төҙөргә.

— «Торатау» геопаркын булдырырға һәм уны ЮНЕСКО-ның геопарктар буйынса глобаль селтәренә индерергә.

— Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү өсөн шарттар булдырырға.


Спорт

— Волейбол, гимнастика, спорт көрәше үҙәктәре, көплө футбол стадионы төҙөргә.

— Бөтә муниципалитеттарҙа ла йөҙөү бассейндары асырға.

— Олимпия резервы училищеһы булдырырға.

— Ауыл балалары спорт менән шөғөлләнә алһын өсөн «Ауыл тренеры» проектын башларға.


Читайте нас: