+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2019, 10:59

В. Путин Төркиә Президентын Мәскәүгә саҡырҙы

Рәсәй һәм Төркиә Президенттары телефон аша аралашты, тип хәбәр итә «Российская газета».

Рәсәй һәм Төркиә Президенттары телефон аша аралашты, тип хәбәр итә «Российская газета».
Улар Сүриәләге хәлдәр тураһында һөйләшеп, кәңәшләшкәндән һуң, Мәскәүҙә осрашырға һүҙ ҡуйышты. Рәжәп Тайып Эрдоган Рәсәй етәксеһенең саҡырыуын ҡабул итеп, Кремлгә килергә вәғәҙәләне.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Төркиә яңыраҡ Сүриәнең төньяғында хәрби операция башлауы сәбәпле, был илдәге хәл киҫкенләште. Кремль, үҙ сиратында, төрөк армияһы һәм Сүриә Хөкүмәте ғәскәрҙәре араһында бәрелештәрҙе иҫкәртергә теләй. Владимир Путин шулай уҡ, төрөк армияһы хәрәкәт иткән биләмәләрҙә гуманитар операцияны дауам итеү мөмкин түгеллеген белдерҙе.
«Килеп тыуған сетерекле хәлде террористик төркөмдәрҙең үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуына юл ҡуйырға ярамай», — тине ил башлығы.

Читайте нас: