+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
9 Ноябрь 2019, 10:30

Владимир Путин: “Йәш ғаиләләргә булышлыҡ – өҫтөнлөклө йүнәлеш”

Рәсәй Президенты Владимир Путин VII “Әсәлектең изгелеге” программаһы форумында ҡатнашыусыларға, уны ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү телмәре ебәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин VII “Әсәлектең изгелеге” программаһы форумында ҡатнашыусыларға, уны ойоштороусыларға һәм ҡунаҡтарға сәләмләү телмәре ебәрҙе.
“Форумдың “Йәш быуын тормошонда ғаилә: проблемалар, практика һәм перспектива” тигән темаһы көнүҙәк һәм бөгөн беҙ илебеҙҙә эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырған сәйәсәт менән тулыһынса ауаздаш, – тип билдәләй Президент. – Тап өйҙә, ғаиләлә кешенең донъяға ҡарашы, шәхси сифаттары тәрбиәләнә һәм рухи-әхлаҡи идеалдарына нигеҙ һалына”.
Ил башлығының фекеренсә, йәш быуынды ҙур, ишле, татыу ғаилә ҡиммәттәре, яҡындарың, балаларың һәм ата-әсә хаҡында хәстәрлек күреү рухында тәрбиәләү, шулай уҡ йәштәрҙең һөнәри һәм ижади үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу бик мөһим. “Әлбиттә, һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә, сабыйҙар һанын арттырыуға һәм йәш ғаиләләргә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа булышлыҡ итеүгә өҫтөнлөклө иғтибар биреү шарт”, – тиелә Владимир Путиндың телеграммаһында.
Мәғлүм булыуынса, “Әсәлектең изгелеге” программаһы форумы ошо көндәрҙә Белградта үтте. Уның ойоштороусыһы – Андрей Первозванный фонды.
#ВладимирПутин


Читайте нас: